Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Алһыу – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рәсәйҙең популяр йырсыһы Алһыу (Сафина) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы булды. Бүләкләү тантанаһы Рәсәйҙең Ҙур театрында уҙҙы.

«Хәҙер ҡулымда раҫлаусы документ, — тип йырсы инстаграмда яҙған. — Мәҙәниәт министры В. Р. Мединский миңә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһындағы таныҡлыҡ менән күкрәккә тағыла торған билдәне тапшырҙы. Ошо наградаға табан юлда кемдәр миңә булышлыҡ итте һәм миңә ышанды барыһына ла рәхмәт. Һеҙ – минең көс һәм илһам сығанағы».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Алһыуҙың тамырҙары – Илеш районының Уяндыҡ ауылында, унда йырсының атаһы Рәлиф Сафин тыуған. Бында Алһыу даими рәүештә күмәк музыкаль байрамдар уҙғара.

http://www.bashinform.ru/news/1229909-alsu-stala-zasluzhennoy-artistkoy-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть