Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың ҡарттар йортонда 68 йәшлек кейәү менән 80 йәшлек кәләштең туйы булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Стәрлетамаҡ психоневрология интернатының оло йәштәгеләрҙе социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһендә 68 йәшлек кейәү менән 80 йәшлек кәләштең туйы булды.

Алла Григорьевна Гераскина Смоленск өлкәһендә тыуған, Башҡортостанға йәштәй килгән һәм ошонда йәшәргә ҡалған. Ғүмер буйы Стәрлетамаҡ Йылылыҡ электр үҙәгендә изоляциялаусы булып эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло йәшенә ҡатын япа-яңғыҙ ҡалған – ире һәм балалары үлгән. Интернатта биш йыл йәшәй.

Бер йыл элек бүлексәгә Фәрид Усманов килә. Ул үҙен «слесарь ҙур хәрефтән» йөрөтә, «Башкируголь» предприятиеһында эшләгән. Ҡартайғас яңғыҙ ҡалған – ҡатынын һәм берҙән-бер улын ерләгән. Ҡарттар йортонда төпләнә.

Яңы тороусы шунда уҡ яңғыҙ ҡатынға иғтибар итә, бер нисә ай ҡарап йөрөй һәм яңыраҡ романтиктар кеүек уның ҡулын һорай.

«Ни өсөн нәҡ ул, эргәлә йәшерәк ҡатындар ҙа бар бит» тигән һорауға Фәрид Әмир улы: «Мин был ҡатынды үҙем өсөн һайланым, ул – минең яҙмышым!», тип яуаплай.

Туй маршы, балдаҡтар менән алмашыу, букеттар менән ысын туй үтте. Никахлашыу тантанаһында дуҫтары, ирекмәндәр ҡатнашты. Законлы никахҡа ингәндән һуң «йәштәр» ҡунаҡтар менән бергә ҡаланың күренекле урындары буйлап йөрөнө, һәйкәлгә сәскәләр һалды һәм яңы ғаилә барлыҡҡа килеүҙе билдәләргә бүлексәгә юлланды.

Бында уларға айырым уңайлыҡтары булған ике урынлы бүлмә бирҙеләр.

«Был интернатыбыҙҙа барлыҡҡа килгән тәүге ғаилә һәм ошо ваҡиғаның Ғаилә йылына тура килеүе айырыуса ҡыуаныслы. Иң мөһиме, улар хәҙер яңғыҙ түгел. Фәрид Әмир улы үҙгәреп, теремек булып китте, Алла Григорьевна ла, ниһайәт, ышаныслы ҡарай башланы, сөнки уның хәҙер терәк-таянысы бар, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Психоневрология бүлексәһенең мәҙәни ойоштороусыһы Айгөл Ғүмәрова. – Ошондай ваҡиға сираттағы тапҡыр ниндәй йәштә һәм ниндәй урында булыуға ҡарамаҫтан икенсе яртыңды табыу һуң түгеллеген күрһәтә».

http://www.bashinform.ru/news/1227898-v-dome-prestarelykh-bashkirii-sygrali-svadbu-68-letniy-zhenikh-i-80-letnyaya-nevesta-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть