Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөнөң инвестиция төҙөлөш комитетында – яңы директор

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфө мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Салауат Хөсәйенов ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә кадрҙар үҙгәреше тураһында хәбәр итте. Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитеты директоры вазифаһына Марат Вәсимов тәғәйенләнде.

Быға тиклем муниципаль предприятие етәксеһе вазифаһын Асҡар Фәйзуллин биләй ине, ә унан алда ул «Өфө һыу каналы» директоры булып эшләгән.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров кисә төҙөлөш буйынса яңы вице-премьер Раиф Әбдрәхимовҡа инвестиция-төҙөлөш комитетының эшмәкәрлеген тикшерергә ҡушты. Барыһына ла билдәле мәғлүмәт буйынса, инвестиция-төҙөлөш комитеты бер объект та тапшырмаған.

Белешмә

Марат Вәсфи улы Вәсимов 1964 йылдың 15 майында республиканың Балтас районы Яланғас ауылында тыуған. Өфө нефть институтын тамамлаған. Дәүләт наградалары бар: Салауат Юлаев ордены, «Рәсәйҙең Почетлы төҙөүсеһе», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» исемдәре.

Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнсе «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы булып эшләгән.

http://www.bashinform.ru/news/1227876-v-mup-isk-ufy-naznachen-novyy-direktor/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть