Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Популяр видеоблогер Рәсәй лидерҙары һәм Радий Хәбиров тураһында яңы сюжет төшөргән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Популяр видеоблогер Илсур Сөләймәнов Рәсәй лидерҙары һәм Радий Хәбиров тураһында яңы сюжет төшөргән.

Башҡортостандың яңы лидеры бынан алда үҙен уңышлы етәксе, менеджер итеп күрһәтте һәм уны республикалағы проблемаларҙы еңеп сығыу буйынса ауыр эш көтә, тип иҫәпләй блогер. Илсур Сөләймәнов Радий Хәбировты 20 йыл самаһы педагог булараҡ белеүен хәбәр итте һәм ҡасандыр бергәләп футбол уйнауҙарын хәтеренә төшөрҙө. Блогер Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға яңы вазифала уңыштар теләне.

Лидерҙар хаҡында фекер йөрөткәндә, Илсур Сөләймәнов Рәсәй Хөкүмәтенең яңы конкурсы, унда йәш лидерҙарҙың ҡатнаша алыуы хаҡында һөйләне.

Илсур Сөләймәнов Башҡортостандың Әбйәлил районында тыуып үҫкән. 2005 йылда Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлаған. Әлеге ваҡытта Бөйөк Британияла йәшәй, докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй. 2017 йылда ул, башҡорт телен яҡлап, YouTube каналында үҙенең видеоблогын асты.

http://www.bashinform.ru/news/1227820-populyarnyy-videobloger-zapisal-novyy-syuzhet-o-rossiyskikh-liderakh-i-radii-khabirove/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть