Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Надир Самиев «Башавтотранс» етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы коллективын етәксе вазифаһын башҡарыусы менән таныштырҙылар: ул, алдан 1-се Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһы – предприятиеның Өфө филиалы директоры вазифаһын биләгән Надир Сәмиев булды. Яңы директор менән таныштырып, Башҡортостандың Транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов «Башавтотранс» алдында хеҙмәттәр сифатын күтәреү бурысы торғанын билдәләне. Бер аҙна эсендә етәкселек предприятиены һәм бөтә етештереү объекттарын һаҡлап ҡалыу менән 2022 йылға тиклем финанс-иҡтисади прогноз буйынса көрсөккә ҡаршы план әҙерләргә тейеш.

Уҙған йылдың июлендә тәғәйенләнгән «Башавтотранс»тың элекке директоры Рәзим Мәхийәнов, кисә иртән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә уны эштән сығарырға һәм дәүләт предприятиеһы мөлкәтен һатыу буйынса бөтә килешеүҙәрҙе тикшерергә ҡушҡандан һуң, вазифаһын ҡалдырҙы.

Сәмиев Надир Сәлимйән улы 1967 йылда Балтас районында тыуған. 1991 йылда – ауыл хужалығы механизацияһы һөнәре буйынса Башҡорт ауыл хужалығы институтын, 2015 йылда юриспруденция һөнәре буйынса Көнсығыш-иҡтисади юридик гуманитар академияһын тамамлаған.

1984 йылда Балтас районында Телмән исемендәге колхозда – комбайнер ярҙамсыһы, 1991-1992 йылдарҙа инженер-энергетик булып эшләгән.

1992-1993 йылдарҙа Өфөлә Башҡорт ауыл хужалығы институты лабораторияһы мөдире вазифаһын биләгән.

1993-1995 йылдарҙа – «Мирмекс» ғилми-етештереү индереү берләшмәһенең тәьмин итеү бүлеге инженеры.

1995-1996 йылдарҙа – «Вторресурсы» муниципаль етештереү-коммерция предприятиеһы баш инженеры.

1996-2015 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән, Башҡортостан Эске эштәр министрлығының тыл тәьминәтен ойоштороу идаралығы етәксеһе вазифаһында полиция полковнигы дәрәжәһендә отставкаға сыҡҡан.

2015-2018 йылдарҙа – 1-се Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһы директоры.

http://www.bashinform.ru/news/1227737-i-o-rukovoditelya-bashavtotransa-naznachen-nadir-samiev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть