Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Оптималләштереүҙән һуң Өфөлә 1600-гә яҡын автобус, трамвай һәм троллейбус ҡалырға тейеш

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

22 октябрҙә Өфө хакимиәтенең Транспорт һәм элемтә идаралығында баш ҡаланың легаль һәм легаль булмаған пассажир ташыусылары менән беренсе кәңәшмә булды. Кәңәшмәне идаралыҡ начальнигы Андрей Федосов үткәрҙе.

«Бындай саралар аҙна һайын буласаҡ, — тип билдәләне Андрей Федосов. — Шулай уҡ пассажирҙар  йөрөтөү өлкәһен контролдә тотҡан бөтә күҙәтеү органдары саҡырылған».

Кәңәшмәләрҙә Өфө автотранспортында хеҙмәттәр күрһәтеүҙең сифаты, селтәрҙе оптималләштереү һәм автобустарҙы ҙур форматтағы паркка этаплап алмаштырыуҙы тикшереү күҙаллана, тип һөйләне етәксе.

Баш ҡаланың Транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы һүҙҙәренсә, бөгөн 2700 берәмек легаль һәм легаль булмаған ташыусыны алмаштырылырға кәрәк. Оптималләштереүҙән һуң 1600-гә яҡын транспорт, шул иҫәптән 200 электр транспорты һәм 1400 автобус ҡалырға тейеш.

Һуңынан Андрей Федосов журналистарҙан залдан сығыуҙарын һораны, сөнки автоташыусылар менән кәңәшмә ябыҡ форматта уҙҙы.

Легаль булмаған ташыусылар һәм транспорт мәсьәләһе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың республика Хөкүмәтендәге тәүге оператив кәңәшмәһендә күтәрелгәйне.

Бынан алда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев пассажирҙар ташыу мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эшсе төркөм ойошторҙо, уға Өфө хакимиәте, ЮХХДИ, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, депутаттар, юристар инде.

http://www.bashinform.ru/news/1227631-posle-optimizatsii-v-ufe-ostanetsya-okolo-1600-avtobusov-tramvaev-i-trolleybusov/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть