Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Һаҡлыҡ банкы ипотека буйынса ставканы күтәрҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Һаҡлыҡ банкы ипотека буйынса ставканы күтәрҙе, тип хәбәр итә РБК. Кредиттарҙың төрлө төрҙәре буйынса ставкалар 0,4–0,6 процент пунктына артты.

Әйтәйек, әҙер торлаҡ һатып алыу өсөн ипотека кредиты буйынса минималь ставка хәҙер йылына 8,6% урынына 9,2% тәшкил итә.

Әле төҙөлә башлаған йортта фатир һатып алыуға кредитты йылына кәм тигәндә 7,5% менән алырға мөмкин (элек 7,1% ине). Икенсе банкта ипотека кредитын йылына 9,9% алып (9,5% урынына) рефинансларға тәҡдим ителә.

«Хәрби ипотека», «Күсемһеҙ милекте залог итеп һалып маҡсатһыҙ кредит» һәм «Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы менән иоптека»нан тыш, барлыҡ ипотека продукттары һәм программалары буйынса ставкалар  күтәрелде.

«Был тәү башлап бирелгән ғаризаларға ғына ҡағыла», — тип асыҡлыҡ индерҙе банк вәкиле.

2018 йылдың 27 сентябренән «Дом.РФ» (элекке Ипотека торлаҡ кредитлауы агентлығы) икенсел баҙарҙа торлаҡ һатып алыуға ипотека кредиты буйынса ставканы бер процент пунктына — йылына 9-9,25% алып 10-10,25% тиклем күтәрҙе. Эксперттар фекеренсә, баҙарҙағы башҡа уйынсыларҙан да ставканың үҫешен көтөргә мөмкин.

Үҙәк банк мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың ғинуар-авгусында Рәсәйҙә бирелгән ипотека кредиттары буйынса уртаса ставка 9,59% тәшкил иткән.

http://www.bashinform.ru/news/1227512-sberbank-povysil-stavki-po-ipoteke-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть