Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Яҡтыкүл» шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов Әбйәлил районы башлығы итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Әбйәлил районында яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде. Райондың депутаттар Советы ҡарары буйынса бөгөндән муниципалитетты 2018 йылдың сентябрендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты булып һайланған «Яҡтыкүл» шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов етәкләй.

Ул үҙ вазифаһында Әбйәлил районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғәлим Солтановты алмаштырҙы.

«Мин Әбәйлил районында тыуып үҫкәнмен, был урын минең өсөн бик мөһим, — тине Илдар Нафиҡов тәғәйенләнгәндән һуң. — Бурысым — район үҫешенә яңы импульс биреү, уның ҙур ҡеүәтен тормошҡа ашырыу».

2018 йылдың сентябрендә район советы депутаттары Әбйәлил районы хакмиәте башлығы Рим Сыңғыҙовтың яҙма ғаризаһы нигеҙендә үҙ теләге буйынса вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Рим Сыңғыҙыов район башлығы вазифаһында 2009 йылдан алып эшләне.

http://www.bashinform.ru/news/1227473-glavoy-abzelilovskogo-rayona-bashkirii-stal-direktor-sanatoriya-yakty-kul-ildar-nafikov/                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть