Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Дәүләт автоинспекцияһы күләмле иҫкәртеү операцияһының башланыуы тураһында иғлан итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда 22 октябрҙә «Иғтибар — балалар!» иҫкәртеү операцияһы башланды. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әңгәмәләр үткәрә, уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр менән бергә бәлиғ булмағандарҙы юлда хәүефһеҙ хәрәкәт итергә өйрәтеүгә йүнәлтелгән конкурстар һәм төрлө акциялар ойоштора.

«Балаларға юл ҡағиҙәләрен үтәргә, бәләкәйҙән үк юлда йөрөргә өйрәнеү мөһим. Хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү көнүҙәк дәүләт проблемаһына әүерелде. Балаларҙы алдан һәм һәм дөрөҫ әҙерләү уны хәл итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн белем биреү программаларында юлда һәм транспортта үҙеңде дөрөҫ тоторға өйрәтеүгә мөһим урын бирелә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре балаларҙы автомобилдәрҙә йөрөткәндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүгә, шулай уҡ төндә бәлиғ булмаған йәйәүлеләрҙең кейемендә яҡтыртыусы элементтарҙың булыуына айырыуса иғтибар бирә.

http://www.bashinform.ru/news/1227510-gosavtoinspektsiya-bashkirii-soobshchila-o-starte-masshtabnoy-profilakticheskoy-operatsii/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть