Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфө мэры вазифаһына 9 кеше дәғүә итә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына конкурсҡа туғыҙ кандидат үтте. Конкурс комиссияһы ултырышы дүшәмбе, 22 октябрҙә уҙҙы. Бөгөн конкурста:

1. Ғәйнанова Альбина Ғәлирахман ҡыҙы;

2. Зәйнуллин Руслан Флүр улы;

3. Кәбиров Артур Роберт улы;

4. Котов Олег Александрович;

5. Мостафин Өлфәт Мансур улы;

6. Нуретдинов Руслан Борис улы

7. Сәйетова Рәмилә Хәмитйән ҡыҙы;

8. Хәбибрахманов Шәмсулла Хәбибулла улы;

9. Хафизов Рөстәм Фларид улы ҡатнаша.

Киләһе этап – кандидаттарҙың төрлө кимлдәге ҡануниәтте белеүен тикшереү, ул был аҙнала 26 октябрҙә уҙа. Бының өсөн конкурс комиссияһы «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының эксперт комиссияһын йәлеп итә.

Дүшәмбе, 29 октябрҙә, баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына кандидаттарға Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫешен, проблемаларын һәм эшмәкәрлекте яҡшыртыу буйынса төп йүнәлештәрҙе нисек күреүҙәре тураһында һөйләргә тәҡдим ителә.

Шул уҡ көндә ҡала Советы депутаттары кандидатты баш ҡала мэры вазифаһына раҫлау хаҡында ҡарар ҡабул итергә, ә Совет рәйесе Валерий Трофимов яңы ҡала башлығы менән килешеүгә ҡул ҡуйырға тейеш.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, тәүҙә Өфө мэры вазифаһына конкурста ҡатнашыуға 29 ғариза бирелгәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1227421-na-post-mera-ufy-pretenduyut-9-chelovek/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть