Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанға 2230 табип кәрәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанға 2230 табип етешмәй. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рафаэль Яппаров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

Төбәктә табиптар менән тәьмин ителеш Рәсәй күрһәткесенән 8% түбән. Айырыуса ауыл ерендә кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора, унда табиптар менән тәьмин ителеш ҡалаларға ҡарағанда 2,5 тапҡырға аҙыраҡ. Бигерәк тә Хәйбулла, Иглин, Дәүләкән, Балаҡатай һәм Мишкә райондарында белгестәр етешмәй. Әйтәйек, Балаҡатай районына 21 табип кәрәк. Медицина кадрҙарын ситкә ебәрмәү мәсьәләһе ошо йүнәлештә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала. «Ауыл табибы» программаһы буйынса районға эшкә ҡайтҡан табиптар ауыл дауаханаларында биш йыл эшләгәндән һуң кире ҡалаға китә. Былтыр Иглин районынан 27 ауыл табибы эшен ҡалдырған. Төп сәбәптәр — хеҙмәт хаҡының түбән булыуы һәм торлаҡ менән тәьмин итмәү. Рафаэль Яппаров һүҙҙәренсә, 200 белгес кенә район хакимиәттәре ярҙамында торлаҡ шарттарын яҡшырта алған.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы бөтә хакимиәт башлыҡтарына хәлде контролгә алырға, муниципалитеттарға эшкә килгән табиптарға фатир биреүҙең һәм матди ярҙам күрһәтеүҙең юридик аспекттарын әҙерләргә ҡушты.

«Кешеләрҙе ҡалырға өгөтләгеҙ, бының менән шөғөлләнергә кәрәк. Был — һеҙҙең шәхси бурысығыҙ,— тине ул. — Халыҡтан ялыуҙар килмәһен, хәлде төҙәтеү өсөн һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү менән эҙмә-эҙлекле һәм оҙаҡ шөғөлләнербеҙ. Төрлө үҫеш күрһәткестәре буйынса район башлыҡтарының рейтингын төҙөргә тәҡдим итәм. Унда һаулыҡ һаҡлау торошо төп пункт булырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1227342-bashkirii-nuzhny-2230-vrachey/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть