Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

«Салауат Юлаев» сираттағы өйҙәге серияны «Авангард» менән башлай - фараздар

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

22 октябрҙә «Өфө-Арена» боҙонда «Салауат Юлаев» хоккей клубының сираттағы өйҙәге серияһы башлана. Николай Цулыгин командаһы Омскиҙың «Авангард»ын ҡабул итә.

Әлеге ваҡытта, һуңғы өс уйында ике еңелеүгә ҡарамаҫтан («Автомобилист» һәм «Аҡ Барс» менән), «юлаевсылар» элеккесә Континенталь хоккей лигаһының тәүге алтын клубына инә. Айырыуса белгестәр «Салауат»тың кәм иҫәптә уйнауын билдәләй – уйынсыларҙың ышаныслы булыуы 87%. Омскиҙар менән матчта Өфө командаһына Захар Арзамасцев, Сергей Терещенко, Станислав Гареев һәм Антон Бурдасов ярҙам итә алмай.

«Авангард» уҙған көндә «Трактор»ға еңелде (1:2). Омскиҙың боҙ дружинаһы өсөн был икенсе тапҡыр рәттән еңелеү булды. Хәҙер Боб Хартли тәрбиәләнеүселәре Көнсығышта икенсе баҫҡыста тора, әммә лидерҙан (Екатеринбург «Автомобилис»ы) инде 10 мәрәйгә ҡалыша. «Авангард»тың күпселектә күрһәткесе яҡшыларҙан түгел – тормошҡа ашырыу күрһәткесе 18,6%. Команда  лазаретында элеккесә ҡапҡасы Кари Рамо, һаҡсылар Максим Березин һәм Никита Пивцакин, һөжүм итеүсе Александр Яремчук.

Ставкалар буйынса букмекерҙар омкиҙарға өҫтөнлөк бирә, әммә Башҡортостандың баш ҡалаһында осрашыу төп ваҡытта тигеҙ иҫәптә тамамланыр тигән фекерҙәр бар. «Салауат Юлаев» — «Авангард» матчы урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7-лә башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1227287-salavat-yulaev-nachinaet-ocherednuyu-domashnyuyu-seriyu-s-avangarda-prognoz-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть