Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Гүзәл Насирова Башҡортостан Башлығының эштәр идарасыһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Гүзәл Насирова Башҡортостан Башлығының эштәр идарасыһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Указға республика етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

«Башҡортостан Республикаһы Башлығының эштәр идарасыһы вазифаһын башҡарыуҙы Башҡортостан Башлығы эштәре идаралығының саралар ойоштороу һәм тәьмин итеү бүлеге мөдире Насирова Гүзәл Рәис ҡыҙына йөкмәтергә», — тиелгән рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған документта.

Уҙған йылдың октябренән был вазифаны Ринат Шәғәлин биләне. Шәғәлинды вәкәләт ваҡыты уҙыу менән бәйле вазифанан бушатыу тураһында приказ шулай уҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Алдан Шәғәлин «Асыҡ республика» системаһының эш итеү мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетын етәкләне.

http://www.bashinform.ru/news/1226922-vremenno-ispolnyayushchey-obyazannosti-upravdelami-glavy-bashkirii-naznachena-gyuzel-nasyrova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть