Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров: Мостай Кәрим һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәгендә йәшәй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

20 октябрҙә республика башҡорт халҡының улы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыуҙы билдәләне. Өфөлә Мостай Кәрим исемендәге скверҙа Мостафа Сафа улын хәтергә алырға туғандары һәм дуҫтары, уның ижадын үҙ итеүселәр йыйылды. Байрам сараһы шағир, драматург һәм прозаиктың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Унда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Союз дәүләтенең дәүләт секретары Григорий Рапота, Азербайжандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Полад Бюльбюль-Оглы, шағирҙың ҡыҙы һәм ейәне Әлфиә һәм Тимербулат Кәримовтар, байрамдың башҡа ҡунаҡтары ҡатнашты.

«Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, матур урында торабыҙ, ошо урындан ул фронтҡа китте, ошо урынға ул иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Был уның мөхәббәт, яҙмыш урамы. Атайыбыҙ күптән арабыҙҙа юҡ, әммә ул беҙҙе, туғандарын, дуҫтарын, уның талантын үҙ итеүселәрҙе тағы ла бер-береһенә яҡыныраҡ итә, барығыҙға ла уның ижадын ярытҡанығыҙ өсөн рәхмәт», — тине, байрам ҡунаҡтарына мөрәжәғәт итеп, шағир ҡыҙы Әлфиә Кәримова.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уға Мостай Кәрим менән таныш булыу, уның менән төрлө темаларға аралашыу бәхете тейгәнен һөйләне.

«Мин уның бөтә кисерештәрен яҡшы беләм, һәр ваҡыт Мостай ағай халҡы менән булды, ул ҡурҡыу белмәгән, әммә шул уҡ ваҡытта кеше ышанмаҫлыҡ әҙәпле һәм уҡымышлы кеше булды, моғайын, тик ысынлап та көслө кешеләр ошондай сифаттарға эйәлер», — тип билдәләне Радий Хәбиров, бөтәһен дә шағирҙың тыуған көнө менән ҡотлап.

Байрам ҡунаҡтары театрлаштырылған тамашаға шаһит булды, унда төрлө телдәрҙә Мостай Кәримдең билдәле шиғырҙары яңғыраны.

http://www.bashinform.ru/news/1226943-radiy-khabirov-mustay-karim-zhivet-v-serdtse-kazhdogo-iz-nas/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть