Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда синоптиктар ун градусҡа тиклем һыуыҡ булыуын фаразлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостан биләмәһенән антициклон уҙып бара, һауа температураһының төндә 0,-5°, аяҙытҡанда -10°, көндөҙ +2,+7° тиклем түбәнәйеүе менән һыуыҡ һауа торошо көтөлә. Ошо хаҡта Башгидромет синоптиктары хәбәр итә.

Әммә һыуыҡ республикала оҙаҡҡа ҡалмай. 23 октябрҙән һауа температураһы норманан 3-5° билдәһенә тиклем күтәрелә башлай.

Дүшәмбе, 22 октябрҙә, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, әкрен булыуы көтөлә. Яуым-төшөмбөҙ. Һауа температураһы төндә +1,-4°, урыны менән -9°, көндөҙ +3,+8°.

23 октябрҙә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0,-5°, таулы райондарҙа -10°, көндөҙ +5,+10°.

Шаршамбы, 24 октябрҙә, урыны менән бер аҙ, төньяҡ буйынса уртаса ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0,+5°, көндөҙ +7,+12°.

http://www.bashinform.ru/news/1227201-v-bashkirii-sinoptiki-prognoziruyut-do-desyati-gradusov-moroza/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть