Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров М.Кәрим исемендәге фондтың ойоштороусыһы Тимербулат Кәримов менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге фондтың ойоштороусыһы Тимербулат Кәримов менән осрашты. Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, осрашыуҙа башҡорт  әҙәбиәте классигының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған 2019 йылда Башҡортостанда һәм бөтә Рәсәйҙә уҙасаҡ юбилей сараларына әҙерлек барышы тикшерелде.

Тимербулат Кәримов төбәк етәксеһен «Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью» китабы менән таныштырҙы. Тәүге тапҡыр ул 2018 йылдың июнендә Мәскәүҙә «Ҡыҙыл майҙан» бөтә Рәсәй китап фестивале сиктәрендә тәҡдим ителде.

«Яҙмыш ҡушыуы буйынса, беҙ Һеҙҙең менән Мәскәүҙә бергә эшләнек, осраштыҡ һәм республикабыҙ, уның мираҫы тураһында уйландыҡ. Беҙҙең һуңғы осрашыу Ҡыҙыл майҙанда иҫ киткес китаптар менән таныштырыу сараһында булды. Хәҙер беҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын ҡаршылайбыҙ. Мостай Кәрим – илебеҙ, халҡыбыҙ тарихында иҫ китмәле бейеклектәге шәхес. Беҙ бик яҡшы мөнәсәбәттә булдыҡ. Минең өсөн ул Уҡытыусы, юғары әхлаҡлылыҡ өлгөһө ине. Көсөбөҙҙө берләштереп, халыҡ Мостафа Сафа улының әҙәби мираҫында тәрбиәләнһен, уны үҫтерһен өсөн бөтөн тырышлығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Тимербулат Кәримов Радий Хәбировҡа ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте: «Һеҙҙең менән Мостай Кәримдең тыуған көнө алдынан ватаныбыҙҙа осрашыуыбыҙ оло әһәмиәткә эйә. Ғаиләбеҙ һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд исеменән Һеҙгә ныҡ ауыр ваҡытта беҙҙең менән булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт әйтәһем килә. Мостайҙың исеме, уның ижади һәм, иң мөһиме, мәҙәни, әхлаҡи мираҫы республикабыҙҙағы башланғыстарға нигеҙ булыр тип ышанам».

http://www.bashinform.ru/news/1226858-radiy-khabirov-vstretilsya-s-uchreditelem-fonda-imeni-m-karima-timerbulatom-karimovym/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть