Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Төркиәлә умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгрестың Гран-прийына лайыҡ булды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Бөгөн Төрөк Республикаһының Мугла провинцияһында умартасылыҡ һәм ҡарағай балы буйынса VI халыҡ-ара конгресс тамамланды. Рәсәйҙән унда Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ҡатнашты. Халыҡ-ара конгресс барышында үҙәктең генераль директоры Әмир Ишемғолов Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы менән таныштырҙы, 2021 йылда Өфөлә 47-се «Апимондия» конгресын уҙғарыуға әҙерлек хаҡында һөйләне. Ул, атап әйткәндә, республикала «Апимондия» халыҡ-ара конгресына барлыҡ тейешле инфраструктура: бал музейҙары, бал ауылдары, умарталыҡтар булдырырға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итте. «Апимондия»ға әҙерлек умартасылыҡ объекттарын һәм уларҙың эргәһендәге биләмәләрҙе, шул иҫәптән юл буйындағы сервистарҙы, юлдарҙы, күрһәтеү майҙансыҡтарын төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, Мораҡ — Собханғол юлы капиталь ремонтлана һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә инә торған юлдар йыһазландырыла.

Конгресс барышында Төркиәнең Мугла провинцияһында түңәрәк өҫтәлдәр, ғилми-ғәмәли конференциялар, эш сессиялары уҙҙы. Уларҙа донъя умартасылары бал етештереү һәм уны һатыу, экологияның бал ҡорттарына йоғонто яһауы, балды етештереүҙе киңәйтеү, умартасылыҡтың ауыл хужалығы үҫтереүҙәге урыны һәм роле менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

Сара йомғаҡтары буйынса Башҡортостан юғары наградаға —  конгрестың Гран-прийына лайыҡ булды.

http://www.bashinform.ru/news/1226597-bashkiriya-udostoena-gran-pri-mezhdunarodnogo-kongressa-po-pchelovodstvu-v-turtsii/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть