Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Дәүләт Думаһы ҡабул иткән закон Башҡортостан бюджетын 3,75 миллиард һумға экономиялай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Дәүләт Думаһы Өфөнән көнсығыш сығыу юлын төҙөгәндә Башҡортостан бюджетын 3,75 миллиард һумға экономияларға мөмкинлек биргән закон ҡабул итте.

«Рәсәй Федерацияһының һалымдар һәм йыйымдар тураһында ҡайһы бер закон  сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» Федераль закондың 4-се статьяһына  үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон Дәүләт Думаһы тарафынан өсөнсө, аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул ителде. Уның проектын Дәүләт Думаһына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай индерҙе. Документ 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем уҙған йылдың ноябрендә билдәләнгән һалым ҡануниәтендәге айырым сикләүҙәрҙе кисектереүҙе уңында тота. Һүҙ 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем төҙөлгән концессия килешеүҙәренә ярашлы алынған бюджет инвестициялары иҫәбенә автомобиль юлдары һәм яһалма ҡоролмалар һалыу, уларҙы реконструкциялау проекттарын тормошҡа ашырған ойошма-концессионерҙарға ҡарата бюджет аҡсаһына һатып алынған тауарҙарға, эштәргә, хеҙмәттәргә өҫтәмә хаҡҡа һалымды тотоп алып ҡалыу хоҡуғы тураһында бара.

«Башҡортостан өсөн закондың ҡабул ителеүе бюджет аҡсаһын яҡынса дүрт миллиард һумға экономиялауҙы аңлата, — тип аңлатма бирҙе республика парламенты спикеры Константин Толкачев. — Уҙған йылда Һалым кодексына индерелгән үҙгәрештәр  юл төҙөлөшө өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуға бәйле ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Республикабыҙҙа автомобиль юлы тоннеле, Өфө йылғаһы аша күпер һәм дөйөм оҙонлоғо 18 саҡрым самаһы юл төҙөүҙе күҙаллаған федераль әһәмиәттәге М-5 «Урал» юлына баш ҡалабыҙҙан көнсығыш сығыу юлы проекты ошондай миҫал булып тора».

http://www.bashinform.ru/news/1226382-prinyatyy-gosdumoy-zakon-sekonomit-byudzhetu-bashkirii-3-75-milliarda-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть