Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↓

EUR 74.90 ↑

17 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Курбан Бердыев: «Өфө» менән уйнауы һәр ваҡыттағыса ауыр»

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

20 октябрҙә «Нефтсе» стадионында Рәсәй Премьер-лигаһының 11-се туры матчы була. «Өфө» Ҡазандың «Рубин»ын ҡабул итә. Ҡунаҡтарҙың баш тренеры Курбан Бердыев осрашыу ауыр булыр, тип иҫәпләй. «Өфө» менән уйнауы һәр ваҡыттағыса ауыр. Дисциплиналы команда, айырыуса оборонала, контр һөжүмдә һәйбәт уйнай», — тине «Рубин»дың баш тренеры клубтың матбуғат хеҙмәтенә.

Курбан Бердыев әйтеүенсә, Сергей Томаров командаһына ҡаршы майҙанға Игорь Коновалов һәм  Ибрагим Цаллагов сыға.

Башҡортостан менән Татарстандың футбол дербийы шәмбе Өфөлә уҙа. Өфө ваҡыты буйынса киске 7-се яртыла башлана. Билеттарҙы стадион кассаларында һәм онлайн алырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1226408-kurban-berdyev-s-ufoy-kak-obychno-u-vsekh-tyazhelyy-match/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть