Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

«Бүздәк» консерва комбинатын үҫтереүгә 366 миллион һум инвестиция һалына

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бүздәк консерва комбинатында «Бүздәк» бренды аҫтында продукция сығарған «Пищепром» акционерҙар йәмғиәте алдағы дүрт йылда яңыртыуға 366 миллион һум инвестициялай. «Коммерсант» хәбәр итеүенсә, проект республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын һайлап алыу буйынса комиссияның ыңғай баһаһын алды һәм һалым льготаларына иҫәп тота ала.

Аҡсаның суммаһы предприятиеның 2017 йылдағы саф табышынан 394 тапҡырға күберәк, ләкин баҫманың һорауҙарына яуап биргән эксперттар улар аҡланыр тип уйлай. «Пищепром» аҡсаның бер өлөшөн партнер банктарҙан бурысҡа алырға ниәтләй.

Яңыртыу һөҙөмтәһендә компания томат соусын, томат пастаһын һәм майонез етештереү күләмен 2,5 тапҡырға — йылына 25 миллион банканан 66 миллион шартлы банкаға тиклем арттырырға иҫәп тота.

http://www.bashinform.ru/news/1226338-v-bashkirii-v-razvitie-konservnogo-kombinata-buzdyakskiy-investiruyut-366-mln-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть