Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәш ғалимдар республика Башлығының 1 миллион һумлыҡ грантын алыу мөмкинлегенә эйә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Йәш ғалимдарға Башҡортостан Республикаһы гранттары тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Башҡортостан Фәндәр академияһы йәш ғалимдарҙың фәнни проекттары конкурсының башланыуы хаҡында иғлан итә. Унда 35 йәшкә тиклемге аспиранттар һәм фән кандидаттары ҡатнаша ала. Йыл һайын һәр береһе 1 миллион һумлыҡ 30 грант ҡаралған: 15 грант – аспиранттарға, 15-е – фән кандидаттарына.

Проекттарҙы тапшырыу ваҡыты — 18 ноябргә ҡәҙәр. Уларҙы Башҡортостан Фәндәр академияһы ҡабул итә. Адресы: 450008, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15, 201-се бүлмә (канцелярия, e-mail: kanz@anrb.ru ), бәйләнеш өсөн телефондар: (347) 272-78-46, 272-78-55.

Рәсәй Йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһендә билдәләүҙәренсә, тәҡдим ителгән программа илдә фәнде үҫтереүҙе дәртләндереүҙең яңы төрө булып тора.

http://www.bashinform.ru/news/1226280-v-bashkirii-molodye-uchenye-poluchat-granty-glavy-respubliki-v-razmere-1-milliona-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть