Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Фермерҙар ауыл хужалығы ерҙәрендә йорт төҙөй ала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Фермерҙар үҙ ерендә торлаҡ төҙөй ала, ул ауыл хужалығы биләмәләренә ҡараған осраҡта ла. Рәсәй Дәүләт Думаһы тәүге уҡыуҙа тейешле закон проектын хупланы, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә. Уны ҡабул итеү ауыл эшҡыуарлығын яҡшыртырға мөмкинлек бирергә тейеш, тип белдерҙе «Рәсәй ауылы» проекты координаторы Владимир Плотников.

«Ошо закон проектын ҡабул итеүҙе бер нисә йыл буйына көттөк. Хәҙер фермер көн һайын эшкә барған кеүек үҙенең участкаһына йөрөмәһә лә була, сөнки ул үҙ ерендә йәшәй ала. Закон проекты ауыл хужалығы ерҙәрендә артабан һатыу өсөн тәғәйенләнгән торлаҡ төҙөүгә юл ҡуймаған махсус механизмдарҙы ла күҙ уңында тота», – тип билдәләне Плотников.

http://www.bashinform.ru/news/1226344-fermery-smogut-stroit-svoi-doma-na-selkhozugodyakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть