Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнән 76 саҡрым алыҫлыҡта ер тетрәгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук, Ксения Калинина/.

17 октябрҙә көндөҙгө сәғәт 2 тула 44 минутта «Транснефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Өфөнән 76 саҡрым төньяҡ-көнбайыштараҡ ер тетрәүен теркәгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына компанияның матбуғат секретары Игорь Демин хәбәр итте.

Эпиүҙәк Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 10 километр тәрәнлектә урынлашҡан. Магнитудаһы — 5,6, көсө 6,5-7 балл тәшкил иткән. Үткәргес торбалар зыян күрмәгән», — тип аңлатты нефть ойошмаһының вәкиле.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан биләмәһендә ер тетрәү тураһында хәбәр 17 октябрҙә килгән. Магнитуда Бөрө районының Новодесяткин ауылы биләмәһендә 10 километр тәрәнлектә 6 балл тәшкил иткән.

«Хәбәрҙе тикшереү һәм эҙемтәләргә мониторинг үткәреү өсөн Бөрө районына Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса 26-сы отряды хеҙмәткәрҙәре ебәрелгән. Шулай уҡ оператив төркөмдәр яҡындағы Кушнаренко, Дүртөйлө, Мишкә, Благовещен, Борай райондарын тикшереп сыҡҡан. Йорттар һәм биналар емерелмәгән, һәләк булған һәм зыян күргән кешеләр юҡ», — тип аныҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

Хәбәр итеүҙәренсә, был көндә урындағы халыҡ һәм ауыл биләмәһе башлығы ер тетрәүен тоймаған. Рәсәй Фәндәр академияһы Берҙәм геофизика хеҙмәтенең рәсми сайтында Башҡортостанда ер тетрәү тураһында мәғлүмәт юҡ, тип билдәләнеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был Башҡортостанда ошондай икенсе осраҡ. 5 сентябрҙә Өфөлә, Салауат һәм Белорет райондарында ер тетрәү күҙәтелде. Ул саҡта магнитуда Уралда 5,5 булды (Өфөнән 133 саҡрым көнсығыштараҡ).

Башҡортостанда ер тетрәүҙәр тураһында нимә белергә кәрәклеге хаҡында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1226555-v-76-km-ot-ufy-zafiksirovano-zemletryasenie/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть