Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың ауыл хужалығы тураһында: Өфөлә яңы китап нәшер ителде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә «Сельское хозяйство Башкортостана — стратегия успеха» тигән китап донъя күрҙе. Баҫма биттәрендә республиканың ауыл хужалығы тармағының мөһим ҡаҙаныштары тәҡдим ителгән, Башҡортостан предприятиеларының оҙаҡ йылдар туплаған баһалап бөтөргөһөҙ тәжрибәһе тураһында бәйән ителгән. «Башҡортостан матбуғаты» нәшриәт йорто баҫып сығарған китап тарихи һәм аналитик материалдарҙан тора, Рәсәй иҡтисадының аграр секторына ҡарата дәүләт сәйәсәте, агросәнәғәт комплексы өлкәһендә өҫтөнлөклө инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында мәғлүмәт еткерә.

Китап биттәрендә муниципаль һәм төбәк власть вәкилдәре, предприятиелар етәкселәре, тармаҡ белгестәре материалдары менән танышырға, шулай уҡ республиканың байтаҡ райондарының бөгөнгө көнө тураһында һөйләгән һәм уҡыусылар менән киләсәккә пландар менән уртаҡлашҡан ауыл эшсәндәренең фекерен белергә мөмкин.

Баҫманың электрон версияһын һылтанма буйынса ҡарарға була.

http://www.bashinform.ru/news/1226575-vse-o-selskom-khozyaystve-bashkirii-v-ufe-izdana-novaya-kniga-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть