Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфө хакимиәте ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләре уҙғарыу урындарын атаны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында алдағы ял көндәрендә сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә.

20 октябрҙә Өфөнөң, Дим районынан башҡа, бөтә райондарында йәшелсә, бал һәм башҡа температура режимын үтәүҙе талап итмәгән тәбиғи продукция һатып алырға мөмкин.

Был көндө Калинин районында ауыл хужалығы продукцияһын Интернациональ һәм Машина эшләүселәр сатында, шулай уҡ Мушников урамы һәм Баландин бульвары сатында алырға була.

Ленин районында ауыл хужалығы йәрминкәһе Солтанов урамындағы трамвай ҡулсаһы майҙанында һәм Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында уҙа.

Киров районында өфөләр Эшсе хәбәрселәр урамы, 3, 5, 7 йорттарына ҡаршы майҙансыҡта йәшелсә һәм бал таба ала.

Октябрь районында ауыл хужалығы йәрминкәһе Спорт һарайы алдындағы майҙанда эшләй.

Орджоникидзе районында – С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда.

Совет районында сауҙа Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда ойошторола.

Йәкшәмбе, 21 октябрҙә, ауыл хужалығы йәрминкәһе үҙ эшен Өфөнөң Калинин районында  Интернациональ һәм Машина эшләүселәр сатында, шулай уҡ Мушников урамы һәм Баландин бульвары сатында дауам итә.

Республика тауар етештереүселәренең тәбиғи продукцияһын шулай уҡ Киров районында –  Эшсе хәбәрселәр урамы, 3, 5, 7 йорттарына ҡаршы майҙансыҡта; Октябрь районында — Спорт һарайы алдындағы майҙанда һәм Орджоникидзе районында С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда һатып алырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1226506-meriya-ufy-nazvala-mesta-provedeniya-selkhozyarmarok-v-vykhodnye/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть