Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡытай Башҡортостанды мандарин һәм помидор менән тәьмин итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ҡытайҙың Цзянси провинцияһында үҫтерелгән мандариндарҙы һәм помидорҙарҙы Башҡортостанға тимер юлы менән килтерә башлайҙар. Ошондай килешеү республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновтың Ҡытай Халыҡ Республикаһына сәфәре барышында ирешелде. Был турала IV Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең кесе эшҡыуарлыҡ форумының пленар ултырышында Цзянси провинцияһының Башҡортостандағы вәкиле Се Юаньпэн һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, Ҡытай ҡулланыусыһы өсөн ҡыҙыҡ булған Рәсәйҙә һәм беҙҙең республикала етештерелгән тауарҙарҙы эҙләү буйынса эш бара.

ШОС Эшлекле советының башҡарма секретары Сергей Канавский журналистарға бөтә ШОС илдәре Ҡытай Халыҡ Республикаһын үҙ продукцияһы менән тәьмин итеү менән ҡыҙыҡһына тип һөйләне.

- Әле был процесс, ШОС илдәре ҙур күләмдә Ҡытайҙа етештерелгән тауарҙы экспортҡа сығарғанда, күбеһенсә бер яҡлы булып ҡала. Ҡытай коллегаларыбыҙ үҙендә экологик таҙа продукция көтә һәм уны Рәсәй төбәктәренән килтерергә ярҙам итергә әҙер, — тип билдәләне Сергей Канавский.

Башҡортостан, үҙ сиратында, Ҡытайҙы бал менән тәьмин итә. Йыллыҡ эскпорт ни бары 10 тонна тәшкил итте. 2018 йылда башҡорт балын 100 тоннаға тиклем арттырыу бурысы ҡуйылды. Республиканан ситтә йыл һайын 1,5 мең тонна самаһа башҡорт балы һатыла, шул иҫәптән сит илгә 400 тонна самаһы сығарыла.

http://www.bashinform.ru/news/1226431-kitay-nachnet-postavlyat-v-bashkortostan-mandariny-i-pomidory/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть