Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте чиновниктарҙың социаль селтәрҙәге эшен күҙәтә башлай

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда чиновниктарҙы социаль селтәрҙәр менән әүҙемерәк эшләргә саҡырҙылар. Ошондай үтенес менән ведомство етәкселәренә республика Башлығы Хакимиәте мөрәжәғәт итте.

«Чиновниктарҙы социаль селтәрҙә булырға һәм килгән һорауҙарға яуап бирергә саҡырабыҙ, сөнки бөгөн социаль селтәрҙәр күбеһенсә традицион киң мәғлүмәт сараларын уҙып китте. Был контентта халыҡтың һорауҙарын инҡар итеү хеҙмәт вәкәләттәрен профессиональ яҡтан үтәмәү булып тора. Шуға республика Башлығы Хакимиәте юғары дәрәжәнән башлап, бөтә чиновниктарҙы социаль селтәрҙә булыуын һорап ҡына ҡалмай, был эштең сифат мониторингын мотлаҡ алып барасаҡ», — тип әйтелгән төбәк етәксеһе матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.

Бөгөнгө көнгә Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәхмәтуллинаның, Инга Йомашеваның, Зариф Байғусҡаровтың, Павел Качкаевтың, Рафаэль Мәрҙәншиндың, Дәүләт Йыйылышы депутаттары Эльвира Айытҡолованың, Руфина Шәғәпованың, министрҙар Ленара Иванованың, Сергей Новиковтың, ЮХДДИ-ның Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдиновтың, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихинаның, Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Лида Исаргакованың актив аккаунттары бар.

Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова ла социаль селтәрҙә үҙ сәхифәһен алып барҙы, әммә Instagram-дағы яҙмала тупаҫ хата ебәрҙе, шуның өсөн уны ҡаты тәнҡитләнеләр. Ошонан һуң ул социаль селтәрҙәге сәхифәләрен юйҙы.

Шул арала, бөтә дәүләт эшмәкәрҙәре социаль селтәрҙә аккаунты булған осраҡта ла әүҙем түгел. Кемдер ҡулланыусылар менән интернет аша шәхсән аралаша, кемдер ярҙамсыларына сәхифәһен алып барырға ҡуша. Ошо хаҡта тулыраҡ «Башинформ» агентлығы материалында уҡығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1226401-v-bashkirii-chinovnikov-prizvali-aktivnee-rabotat-s-sotssetyami/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть