Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө ШОС һәм БРИКС илдәренең кесе эшҡыуарлыҡ форумын уҙғарыу хоҡуғын нығытты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы башлығы Азат Фазлыев Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең кесе эшҡыуарлыҡ форумын уҙғарыуҙы мөһим ваҡиға тип атаны.

«Был ШОС һәм БРИКС киңлегендә барған ошондай берҙән-бер форум. Бөгөн беҙ сираттағы тапҡыр Өфөнөң шундай күләмле сараны үткәреү хоҡуғын нығыттыҡ. Абруйлы Рәсәй һәм халыҡ-ара эксперттарҙы йыя алдыҡ, мәғлүмәти асыҡлыҡ булдырҙыҡ. Быларҙың барыһы ла ике көн дауамында тикшерелергә тейешле тематикаға ҡыҙыҡһыныу булыуы тураһында һөйләй, — тип белдерҙе Азат Фазлыев «Башинформ» агентлығына. — Ошо ике көнлөк эш һөҙөмтәһендә форумда яңы бәйләнештәр һәм килешеүҙәр төҙөлөр тигән ышаныстабыҙ. Асылда, беҙ форумдың төп бурыстарының береһен хәл иттек тә инде. Кешеләр яңы партнерҙар табыу, эшлекле аралашыуҙы яйға һалыу өсөн махсус рәүештә Өфөгә килгән, беҙ уларға был йәһәттән ярҙам күрһәттек».

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, кисә тәүге килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең кесе эшҡыуарлыҡ форумында бөтәһе төрлө өлкәләрҙә 200-ҙән ашыу килешеү төҙөү күҙаллана.

«Һөйләшеүҙәр әүҙем бара. Беҙҙең өсөн коммерция һөйләшеүҙәре, шул иҫәптән халыҡ-ара сауҙала ла, — үтә мөһим һөҙөмтә. Өҫтәүенә республика байтаҡ һөйләшеүҙәрҙә әүҙем яҡ булып сығыш яһай. Беҙ бөтә ерҙә лә Сауҙа-сәнәғәт палатаһы системаһы аша төбәк бизнесмендарына кәрәкле темалар табырға тырышабыҙ», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты.

Форумда ҡул ҡуйылған документтар иҫәбендә – республика Сауҙа-сәнәғәт палатаһының БРИКС-тың телевизион проекты һәм «Экспоцентр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеүҙәр.

«БРИКС телевизион проекты — БРИКС киңлегендә уның, шул иҫәптән беҙҙең форумдың тарихын яҡтыртҡан коллегаларыбыҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, әлеге ваҡытта илдәребеҙҙең эшҡыуарҙарына бик кәрәкле булған мәғлүмәти асыҡлыҡ мәсьәләһе тап шулай хәл ителә, — тип билдәләне Азат Фазлыев. – Илдең төп күргәҙмә конгресс майҙансығы «Экспоцентр»  менән дә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Бөгөн был Мәскәүҙә аҙна һайын тиерлек ошондай форумдар ойошторған ҙур эшлекле комплекс. Беҙҙең килешеү Башҡортостан эшҡыуарҙарына льготалы, уңайлы шарттарҙа барлыҡ ошо сараларҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, мөнәсәбәттәребеҙ үҫешһен һәм икенсе, сифатлыраҡ үҫеш кимәленә сыҡһын өсөн үҙебеҙҙең яңы мөмкинлектәребеҙҙе ШОС һәм БРИКС илдәрендәге партнерҙарыбыҙға таратырға һәм Рәсәйгә ошо берлектәге майҙансыҡҡа йәлеп итергә ниәтләйбеҙ».

http://www.bashinform.ru/news/1226288-ufa-zakrepila-za-soboy-pravo-provodit-forum-malogo-biznesa-stran-shos-i-briks-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть