Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда муниципалитеттар башлыҡтары һәм баш табиптар медицина кадрҙарын тотоп ҡалыу менән шөғөлләнә

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

18 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеү һәм уның сифаты мәсьәләләренә арналған кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, муниципалитеттар башлыҡтары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары етәкселәре, белгестәр һәм тармаҡ ветерандары ҡатнашты.

Һаулыҡ һаҡлау системаһында матди базаны үҫтереү, тейешле медицина кадрҙары әҙерләү, дарыуҙар тәьминәте, персоналдың коммуникация мәҙәниәтен арттырыу темалары тикшерелде.

- Һаулыҡ һаҡлауҙа проблемалар барлығы ап-асыҡ. Һәр аҡыллы фекер йөрөтөүсе кеше быны аңлай. Улар мине, халҡыбыҙҙы борсой. Сер итмәйем, минең бөтә төр коммуникацияларҙағы почта ялыуҙар һанынан һәм кешеләрҙең төрлө рәнйеүҙәренән шартлай яҙа, — тине Радий Хәбиров. — Был мәсьәләләр менән мин, һис шикһеҙ, шөғөлләнәсәкмен. Миңә тиклем эшләнгән яҡшы башланғыстарҙы дауам итербеҙ. Нимәнелер, бер һүҙһеҙ, төҙәтербеҙ.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар медицина учреждениелары селтәрен – ҙур республика объекттарынан яңы торлаҡ комплекстарындағы поликлиникаларға һәм муниципаль райондарҙағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарына тиклем үҫтереү, уларҙы тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыу, иҫкергән һәм ваҡыты уҙған аппаратураларҙы яңыртыу кәрәклеген билдәләне.

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, республикала юғары квалификациялы медицина кадрҙары әҙерләү һәм уларҙы тотоп ҡалыу эштең мөһим йүнәлеше булып тора. Белгестәр йәлеп итеү, улар өсөн тейешле шарттар булдырыу мәсьәләләре менән туранан-тура муниципалитеттар башлыҡтары һәм баш табиптар шөғөлләнә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы медицина хеҙмәткәрҙәренең мәҙәниәтен арттырыу мөһимлеген билдәләне.

- Табиптарыбыҙҙың, медицина персоналдарының байтаҡ өлөшө – намыҫлы, һәйбәт кешеләр. Икенсе яҡтан, беҙ коллегаларығыҙҙың үҙҙәрен ғәмһеҙ тотҡан осраҡтары менән осрашабыҙ, — тине Радий Хәбиров. — Был тарихты тамырынан бөтөрөргә ниәтләнәм. Ул тәрбиәүи өлкәлә булған ҙур проблема.

Фекер алышыу барышында әйҙәүсе белгестәр, эксперттар һәм тармаҡ ветерандары төбәк етәксеһенә республика халҡына медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын арттырыу ысулдарына ҡарата үҙ фекере менән уртаҡлашты.

http://www.bashinform.ru/news/1226346-v-bashkirii-glavy-munitsipalitetov-i-glavvrachi-zaymutsya-uderzhaniem-meditsinskikh-kadrov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть