Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә автобустарҙың 42% халыҡты законһыҙ рәүештә хеҙмәтләндерә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

18 октябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышында төбәктә яңы ғына ойошторолған транспорт мәсьәләләрен хәл итеү буйынса эшсе төркөмдөң беренсе ултырышы уҙҙы. Атап әйткәндә, фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар был мәсьәләне Өфө миҫалында тикшерҙе.

Бөгөн өфөләрҙе 3000 тирәһе транспорт сараһы: 260 ҙур автобус («Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы), 80 трамвай, 110 троллейбус, 1400 бәләкәй класлы автобус (рәсми ташыусылар), 1300 берәмеккә яҡын транспорт (хакимиәттән лицензия алмаған һәм бойондороҡһоҙ ташыусылар ассоциацияһына ингән) хеҙмәтләндерә.

  

«Өфөлә дәүләт йәмәғәт транспорты автобустары – 14%, лицензиялы – 44%, ҡала халҡын рөхсәт документһыҙ хеҙмәтләндергән 42%», — тип асыҡлыҡ индерҙе ултырышта Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары һәм Транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе Андрей Федосов.

Өфө ҡала транспорт идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда пассажирҙар күләме киләһе рәүештә бүленә: 52 миллион кеше (20%) — дәүләт һәм муниципаль компаниялар, 111 миллион кеше (43%) — рәсми шәхси компаниялар һәм 95 миллион (37%) — лицензияһыҙ шәхси эшҡыуарҙар.

«Өфөгә көн һайын рөхсәт документы булмаған муниципаль-ара маршруттар буйынса эшләүсе 700-ләгән автобус инә», — тип билдәләне Федосов.

Алдағы өс көндә республика һәм ҡала властары «Транспорт картаһы»н баҫып сығарырға ниәтләй, уның буйынса республиканың бөтә йәмәғәт транспорты эшләйәсәк.

Башҡортостанда легаль булмаған ташыусылар мәсьәләһен 15 октябрҙә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров күтәрҙе. Төбәк етәксеһе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә транспорт мәсьәләһен хәл итеүҙе талап итте. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев бойороғо буйынса эшсе төркөм ойошторолдо.

http://www.bashinform.ru/news/1225998-v-ufe-42-avtobusov-obsluzhivayut-naselenie-nelegalno/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть