Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанда ҙур күмәртә-бүлеү үҙәгендә булды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостан делегацияһы Рәсәй һәм Үзбәкстан араһында беренсе төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы сиктәрендә сәфәр менән Ташкентта. Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов етәкләгән дегецияла республиканың алдынғы ауыл хужалығы предприятиелары вәкилдәре. Ошо хаҡта республика Хөкүмәте сайтында хәбәр ителә.

17 октябрҙә Башҡортостан делегацияһы 10 мең тонна ҡеүәткә эйә Gold Fried Fruits яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә – күмәртә-бүлеү үҙәгендә булды.

Форумда делегацияның «Агросәнәғәт комплексы: кооперацияны үҫтереү өсөн үҫеш нөктәһе» практик семинарында, Рәсәй компаниялары презентацияларында, Рәсәй-Үзбәкстан эшлекле совет ултырышында, эшлекле даирә вәкилдәренең «бәйләнештәр биржаһында» ҡатнашыуы ҡаралған.

Рәсми сәфәр 20 октябрҙә тамамлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2-4 октябрҙә Башҡортостанда эш сәфәре менән Үзбәкстан делегацияһы булды. Үзбәкстандың аграр тармағы вәкилдәре агросәнәғәт потенциалы менән танышты һәм республиканың бер нисә ауыл хужалығы предприятиеһында булды.

http://www.bashinform.ru/news/1226370-delegatsiya-bashkirii-posetila-krupnyy-optovo-raspredelitelnyy-tsentr-v-uzbekistane/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть