Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↓

EUR 74.90 ↑

17 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүсе лифтҡа ҡыҫылып үлгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда, Октябрьский ҡалаһында, 17 октябрҙә күп ҡатлы йорттоң подъезында ир мәйете табылған. «Башинформ» агентлығына хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ һөйләүенсә, уның кәүҙәһе беренсе ҡатта лифт кабинаһына ҡыҫылған. Мәрхүмдең шәхесе асыҡланған — ул ошо ҡалала йәшәгән 52 йәшлек ир булып сыҡҡан.

«Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе уҙғарыла. Лифттың техник торошо тикшерелә. Ирҙең үлем сәбәптәрен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы ойошторолған», — тип аңлатма бирҙеләр ошо хәлгә республика Тәфтиш комитеты тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1226160-zhitelya-bashkirii-nasmert-zazhalo-kabinoy-lifta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть