Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан парламентының ике депутаты вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостан парламентының ике депутаты Ирек Ялалов һәм Марат Шафиҡов вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалды. Республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 октябргә билдәләнгән сираттағы ултырышында парламентарийҙар ошо йәһәттән тейешле ҡарар ҡабул итергә тейеш.

«Ирек Ялалов республиканың закондар сығарыу органынан Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәренә эйә. Марат Шафиҡов үҙ теләге буйынса вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ғариза яҙҙы. Ике депутат буйынса ҡарарҙар пленар ултырышта ҡабул ителергә тейеш», – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы –  Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Ирек Ялалов һәм Марат Шафиҡов Дәүләт Йыйылышына «Берҙәм Рәсәй»ҙән берҙәм республика һайлау округы буйынса һайланғайны. Уларҙың мандаттары партия вәкилдәренә тапшырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1225993-dva-deputata-parlamenta-bashkirii-dosrochno-slozhili-polnomochiya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть