Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↓

EUR 74.90 ↑

17 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров спорт көрәше мәктәбе тәрбиәләнеүселәре менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2 һәм 3 ноябрҙә Өфөлә «Динамо» стадионында СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры В.А.Борман иҫтәлегенә грек-рим көрәше буйынса XXXIII Бөтә Рәсәй турниры уҙғарыла. Унда илдең 100-ҙән ашыу көслө спортсыһы ҡатнаша, улар иҫәбендә Донъя беренселеге еңеүсеһе Ислам Опиев, Рәсәй беренселеге финалсылары бер туған Вәлитовтар бар.

Турнирҙың почетлы ҡунаҡтары – Олимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары, шул иҫәптән Олимпия чемпиондары Алексей Мишин һәм Мнацакан Искандарян.

Өфөлә спорт көрәше буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе эшләй. Республика Спорт көрәше федерацияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров унда үҙенең элекке тренеры Александр Григорьев менән осрашты, шулай уҡ йәш тәрбиәләнеүселәр менән аралашты.

Радий Хәбиров классик көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат. Ул Ишембай ҡалаһының спорт мәктәбендә шөғөлләнгән. Спорт залына ингәс, төбәк етәксеһе герҙәр менән күнегеүҙәр эшләне.

http://www.bashinform.ru/news/1226103-radiy-khabirov-vstretilsya-s-vospitannikami-shkoly-po-sportivnoy-borbe/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть