Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.99 ↑

EUR 76.75 ↓

15 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала ШОС һәм БРИКС төбәктәренең кесе эшҡыуарлыҡ форумы асылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөләге Конгресс-холда IV ШОС һәм БРИКС төбәктәренең кесе эшҡыуарлыҡ форумы асылды. Уның эшендә донъяның 24 иленән һәм Рәсәйҙең 40 субъектынан 1400 кеше ҡатнаша. Улар араһында — Индонезияның Көнбайыш Ява провинцияһы губернаторы Ридван Камил һәм Иран провинцияһы губернаторы Маркази Сейед Али Аагазадех.

«Беҙ ошо форумды ШОС һәм БРИКС-тың программа документтарын тормошҡа ашырыу майҙансығы итеп ҡарайбыҙ. Һүҙ тәү сиратта ШОС ағзалары булған дәүләт башлыҡтарының Өфө декларацияһы һәм БРИКС илдәренең Иҡтисади партнерлыҡ стратегияһы тураһында бара. Шуныһы ҡыуаныслы, форум йылдан-йыл ҙур популярлыҡ яулай, күптәр Өфөгә тәүгә генә килмәй. Быйыл беҙгә бик күп ҡатнашыусылар килде һәм уларҙың һәр береһе артабанғы уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн үҙенә яңы йүнәлештәр асыр тигән ышаныстабыҙ», — тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.

Премьер-министр билдәләүенсә, ошо форум һөҙөмтәһендә һуңғы өс йылда Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр 13 500 кешегә артҡан. Шуның менән бергә тышҡы сауҙа әйләнешен формалаштырғанда күпселек өлөш ШОС һәм БРИКС илдәре эшҡыуарҙарына тура килә.

Ике көн дауамында форумда ҡатнашыусыларҙы бай эшлекле программа көтә. Пленар ултырыштан тыш, ул ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәре эшҡыуарҙарының эшлекле бәйләнештәр биржаһын, бизнес вәкилдәре презентацияһын һәм күргәҙмәһен, шулай уҡ төрлө йүнәлештәр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр һәм эксперт сессияларын уҙғарыуҙы үҙ эсенә ала.

Фекер алышыу өсөн темалар иҫәбендә — Рәсәй төбәктәрендә һәм башҡа илдәрҙә эшҡыуарҙарға булышлыҡ итеү формалары, экспортҡа һәм импортҡа ярҙам формалары менән таныштырыу, техно- һәм индустриаль парктарҙы үҫтереү, сауҙа-күргәҙмә сараларында ҡатнашыу.

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының Инвестиция сәйәсәте департаменты башлығы Милена Арыҫланова билдәләүенсә, Өфөлә ШОС һәм БРИКС  илдәре төбәктәренең кесе эшҡыуарлыҡ форумы — артабан уңышлы үҫешеү  маҡсатында тәжрибә һәм тәҡдимдәр менән алмашыу өсөн яҡшы мөмкинлек.

«Илебеҙҙә кесе һәм урта бизнес өҫтөнлөккә эйә. Улар алдында амбициялы бурыстар тора — 2024 йылға эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл рәсәйҙәрҙең һанын 19-ҙан 25 миллион кешегә тиклем арттырыу, шулай уҡ экспорт ҡеүәтен һәм инвестицияларҙы һиҙелерлек үҫтереү. Был йүнәлештә әле бик ҙур эш алып барыла. Бөгөнгө сараларҙың беҙгә максималь һөҙөмтәгә ирешергә мөмкинлек биреренә ышанам», — тип иҫәпләй Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкиле.

Ауыл ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереүгә, шулай уҡ Рәсәй халҡының төрлө ҡатламдары араһында эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға ҙур иғтибар биреү күҙаллана. Шуның менән бергә белем биреү программаларында эшҡыуарлыҡҡа уҡып сығырға теләгән пенсия алды йәшендәге кешеләргә баҫым яһалырға тейеш, тип йомғаҡ яһаны Милена Арыҫланова.

http://www.bashinform.ru/news/1225654-v-ufe-otkrylsya-forum-malogo-biznesa-regionov-shos-i-briks/

            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть