Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә халыҡтың килеме иң күп булған төбәктәр аталды: Волга буйы федераль округы нисәнсе урында

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Үҙәк Рәсәй һәм Алыҫ Көнсығыш халыҡтың килеме иң юғары булған төбәктәр тип танылды. НАФИ аналитика үҙәге эксперттары, 2018 йылдың тәүге ярты йыллығында иҡтисад секторҙары буйынса эш хаҡы кимәлен тикшереп, ошондай һығымтаға килгән. Уларҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә бөтәһенән дә күберәкте Үҙәк федераль округында йәшәүселәр эшләй, унда уртаса хеҙмәт хаҡы 53,4 мең һум тәшкил итә. Артабан Алыҫ Көнсығыш (52,8 мең һум) һәм Төньяҡ-Көнбайыш федераль округтары килә (48,7 мең һум). Ил буйынса иң түбән эш хаҡы Волга буйы федераль округында (30,9 мең һум), Көньяҡ федераль округында (30,7 мең һум) һәм Төньяҡ Кавказда (26,3 мең һум).

Һөнәрҙәргә килгәндә, илдә финансистар башҡаларҙан күберәк аҡса эшләй, уларҙың уртаса айлыҡ килеме яҡынса 88 мең һум тәшкил итә. Икенсе урында — файҙалы ҡаҙылмалар  (87 мең һум самаһы), мәғлүмәт һәм элемтә (70,8 мең һум) өлкәһе хеҙмәткәрҙәре килә. Иң аҙ эш хаҡы түләнгән һөнәрҙәр хеҙмәтләндереү тармағында — ҡунаҡханалар һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары. Был өлкәлә эшләүселәр айына уртаса 25,9 мең һум самаһы ала. Өҫтәүенә, эксперттар билдәләүенсә, дәүләткә ҡарамаған компанияларҙа хеҙмәт хаҡы кимәле дәүләт предприятиелары менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға юғарыраҡ, тип хәбәр итә «Российская газета».

Республика Хеҙмәт министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 32 106 һум тәшкил итә. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме иһә 12 837 һумдан ашыу.

http://www.bashinform.ru/news/1225942-nazvany-samye-pribylnye-federalnye-okruga-na-kakom-meste-pfo/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть