Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Континенталь хоккей лигаһындағы 11-се миҙгелдең икенсе «йәшел дерби»йы: «Салауат Юлаев» «Аҡ Барыҫ»тан реванш алырмы?

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

18 октябрҙә «Татнефть-Арена» боҙонда Континенталь хоккей лигаһындағы 11-се миҙгелдең икенсе «йәшел дерби»йы була. Уҙған осрашыуҙа Ҡазандың «Аҡ  Барыҫ»ы ҡунаҡта булиттар серияһында «Салауат Юлаев»ты еңде (5:4).

Бөгөнгө ярышташтар турнир таблицаһында күршеләш тора: Ҡазан клубы — өсөнсө урында (19 уйында 26 мәрәй), Өфө командаһы — дүртенселә (18 матчта 25 мәрәй).

«Юлаевсылар» аҙсылыҡта (86% һәм дүртенсе һөҙөмтә) һәм күпселектә (27,5%) уйнау күрһәткестәре буйынса әүәлгесә иң яҡшыларҙың береһе. «Аҡ  Барыҫ» һанлы өҫтөнлөктә лигала 18-се генә һөҙөмтә күрһәтә (16,7%).

Бөгөнгө уйында Николай Цулыгин командаһы үҙ майҙанында еңелгәне өсөн реванш алыр, тип ышана букмекерҙар. Осрашыу Өфө ваҡыты буйынса киске 10-сы яртыла башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1225887-vtoroe-zelenoe-derbi-11-sezona-kkhl-vozmet-li-revansh-salavat-yulaev-u-ak-barsa-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть