Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканан йәш шахматсылар бөтә Рәсәй турнирында иң яҡшылар булды

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Һамар өлкәһендә ауыл ерендә йәшәүсе уҡыусылар араһында шахмат буйынса XVI Бөтә Рәсәй ярыштары тамамланды. Командалар араһында көрәш иң һуңғы турнирға тиклем көсөргәнешле барҙы.

26 мәрәй йыйып, Илдар Байбурин етәкселегендә Шишмә районы командаһы иң яҡшыһы булды. Ярты мәрәйгә ҡалышып, Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районы шахматсылары – икенсе. Активта 25 мәрәй менән өсөнсөлә Татарстан Республикаһының Сарман районы командаһы.

Шәхси беренселектә Башҡортостандан Камилла Байбурина ҡыҙҙар араһында чемпион булды. Икенсе урын – ете мәрәй менән Ростов өлкәһенән Екатерина Поляковала. Тула өлкәһенән Анна Уржумцева өсөнсө урын алды, уның 6,5 мәрәй.

Егеттәр араһында, һигеҙ мәрәй йыйып, Татарстан Республикаһынан Эмир Филатов иң көслөһө булды. Унан ярты мәрәйгә ҡалышып, икенсе урынды Алтай крайынан Анатолий Горовой алды. Өсөнсөлә ете мәрәй менән Ҡарасәй-Черкес Республикаһынан Рәхим Карасов.

Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, миҙалдар, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән наградланды. Дөйөм зачеттан тыш, ҡатнашыусылар төрлө йәш номинацияларында бүләкләнде, тип хәбәр итте Башҡортостан Шахмат федерацияһы директоры Әмир Даукаев.

http://www.bashinform.ru/news/1225903-yunye-shakhmatisty-iz-bashkirii-stali-luchshimi-na-vserossiyskom-turnire/

Теги: шахмат
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть