Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99 ↓

EUR 74.90 ↑

17 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә уҡыусы ҡыҙға һөжүм иткән ирҙе эҙләйҙәр

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре 10 йәшлек ҡыҙға ҡарата боҙоҡ ғәмәлдәр ҡылыуҙа ғәйепләнгән кешене эҙләй. «Башинформ» агентлығына үҙенең сығанаҡтарынан билдәле булыуынса, билдәһеҙ ир баланы Баязит Бикбай урамындағы йорттоң подъезында һағалап торған. Сығанаҡ әйтеүенсә, ул ҡыҙыҡайға теймәгән.

Билдәле булыуынса, уҡыусы енәйәтсенән ҡаса алған. Ул был хаҡта ата-әсәһенә һөйләгән, улар шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙған.

«Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш органдары Рәсәй Енәйәт кодексының 132-се статьяһы 4-се бүлегенең «б» пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Әлеге ваҡытта Рәсәй Тәфтиш комитеты тәфтишселәре Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән бергә ваҡиға сәбәптәрен һәм ошо енәйәтте ҡылыуға ҡатнашы булған кешене тотоуға йүнәлтелгән тикшереү һәм оператив-эҙләү эштәрен алып бара», — тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Енәйәтсенең билдәләре: 25-35 йәштәрҙә, буйы 155-160 сантиметр, мыҡты кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, ҡара сәсле, ҡара-йәшел күҙле, битен шырт ҡаплаған. Куртка-ветровка, күк джинсы, ҡара кроссовка кейгән.

http://www.bashinform.ru/news/1225939-v-ufe-razyskivaetsya-napavshiy-na-shkolnitsu-izvrashchenets-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть