Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына уҡбалыҡ һәм киң маңлай селбәрәһе ебәргәндәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Экология министрлығы белгестәре Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына 12 мең уҡбалыҡ һәм киң маңлай селбәрәһе ебәргән. Был селбәрә партияһы Һарытау балыҡсылыҡ хужалығынан һыу ресурстарына етештереү эшмәкәрлеге менән зыян килтергән предприятиелар аҡсаһына һатып алынған. Селбәрәләрҙе ебәреү урыны итеп ҡамыш араһын һайлағандар – бында улар йыртҡыс балыҡтарҙан йәшенә ала.

«Һуңғы ваҡытта балыҡтарҙың кәмеүен күҙәтәбеҙ. Бында браконьерҙар ғәйепле тип иҫәпләйбеҙ. Сөнки улар тыйылған саралар – ау, электр ҡармаҡтар менән ҡуллана. Шуға селбәрә ебәреү – ысынлап та бик яҡшы ваҡиға», — тине урындағы йәшәүсе Мирҡасим Сафуанов.

Былтыр Түбәнге Кама һыуһаҡлағысына 3 меңдән ашыу һаҙан селбәрәһе ебәрелгән, ә 2017 йылда Башҡортостан йылғаларын балыҡ менән байытыу өсөн бөтәһе 200 меңдән ашыу балыҡ селбәрәһе һатып алынған.

Республикала сәнәғәт балыҡсылығы 70 һунар участкаһында алып барыла. Был эшмәкәрлек төрө менән 13 шәхси эшҡыуар һәм 11 юридик шәхес шөғөлләнә, тип хәбәр иттеләр республиканың Экология министрлығында.

http://www.bashinform.ru/news/1225856-v-bashkirii-nizhnekamskoe-vodokhranilishche-zarybili-malkami-sterlyadi-i-tolstolobika/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть