Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Театр сәхнәһендә тәүгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим образы йәнләндерелде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады тураһында күптән көтөп алынған «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектакленең премьераһы уҙҙы. Спектаклде Башҡорт ҡурсаҡ театры Башҡортостандың халыҡ шағирының быуат юбилейы алдынан сәхнәгә сығарҙы – 2018 йылдың 20 октябрендә уның тыуыуына 99 йыл тула.

Бөтә төп тормош этаптарында Мостай Кәрим образы тәүгә театр сәхнәһендә тормошҡа ашырылды. Шағир ролендә – йәш актер Вадим Ғәбиҙуллин, уның хәләл ефете Рауза – Рәйлә Ғизәтуллина. Сәхнәлә яҙыусының замандаштары һәм ҡәләмдәштәре, яҡындары һәм дуҫтары йәнләндерелә. Спектакль драма театры, ҡурсаҡ театры, пластик театр, кинодокументалистика һәм әҙәбиәт ҡатышмаһынан тора. Ваҡиғалар һәм фәлсәфәүи текстар хәҙерге театр теле менән бирелгән. Режиссер — Альберт Имамутдинов, рәссамдар — Әнисә Томаншина һәм Ильнур Слявчин, хореограф — Светлана Әйүпова, визуаль эффекттар буйынса рәссам — Урал Мәхийәнов.

«Беҙҙә бөгөн ҙур байрам – спекталь премьераһы. Уның өҫтөндә бик намыҫлы эшләнек. Проект идеяһы былтыр уҡ барлыҡҡа килде. Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлына, «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повесына, уның шиғырҙарына таянып, Владимир Аношкин махсус рәүештә пьеса яҙҙы. Ул киносценарийға оҡшап торҙо. Беҙҙең алда ҡатмарлы бурыс торҙо — спектаклдә образлы ҡарар табыу, — тип һөйләне Альберт Имамутдинов. — Шағир иҫән саҡта уның менән күп аралашҡан проект консультанты Шәүрә Ғилманова беҙгә бөтә материалды йыйырға ярҙам итте».

Режиссер билдәләүенсә, был спектакль – эксперименталь, 12+ билдәһе аҫтында сыға. Спектаклде үҙенсәлекле сәхнәләштереү өсөн театр махсус рәүештә видеоанимация селтәре һатып алды. Проектты «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Театрҙар балаларға» программаһы ярҙамында тормошҡа ашырып булды. Уның ярҙамы 4 миллион һумға яҡын тәшкил итте.

Спектаклдә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Дәүләтбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсәсәк Мөхәмәтшина, Марат Ғиниәтуллин һәм башҡалар уйнаны. Мостай тауышы менән Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов һөйләне. Шиғырҙарҙы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин, Александр Верхоземский, Эмил Латипов, Артем Сәмиғуллин уҡыны.

Композитор – атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Иҙелбаев спектаклдең музыкаль биҙәлеше өҫтөндә эшләне, Г. Свиридов, А. Холминов, В. Агапкин, Р. Хәсәнов әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе ҡулланып.

«Мостай Кәрим әҫәрҙәре өҫтөндә күп тапҡыр эшләнем — «Салауат», «Ҡыҙ урлау» спектаклдәренә музыка яҙҙым. Әммә был юлы ул бер нимәгә лә оҡшаш булманы. Миңә шағирҙың тормош юлына арналған проект өҫтөндә эшләү бик мауыҡтырғыс булды», — тип һөйләне Урал Иҙелбаев.

Спектаклде шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова юғары баһаланы.

«Мин бик тәьҫирләндем, бер нисә тапҡыр күҙҙәрем йәшләнеп китте. Мине спектаклде сәхнәләндергәндә саҡырманылар, сюрприз эшләргә теләнеләр. Һеҙ иҫ киткес, шул! Атайымдың ижадына шул тиклем һаҡсыл ҡарағанығыҙ өсөн рәхмәт, — тине премьеранан һуң Әлфиә Мостай ҡыҙы. — Минеңсә, беҙҙең театр үҫешендә яңы дәүер башлана. Мин «Прометей», «Аҡ пароход» булған осорҙо иҫкә төшөрәм, һеҙ тағы ла ҙурыраҡҡа ирешә алаһығыҙ, һеҙҙең бик яҡшы коллектив».

Әлфиә Мостай ҡыҙы киләһе йылда спектакль Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған юбилей программаһының бер биҙәге буласаҡ тип билдәләне.

Театр фойеһында был кис Милли китапхана фондынан «Мостай Кәримдең әҙәби мираҫы», ҡурсаҡ театрында Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса төрлө йылдарҙа ҡуйылған спектаклдәрҙән фотолар, афишалар һәм ҡурсаҡтар ингән «Мостай Кәрим һәм ҡурсаҡ театры» күргәҙмәләре эшләне. Шағирҙың Шишмә районынан яҡташтары шулай уҡ уникаль экспонаттар һәм һирәк фотолар менән күргәҙмә ойошторҙо һәм «Беҙҙең Мостай Кәрим» театрлаштырылған перформанс күрһәтте.

«Бөгөн был сарала Шишмә районы Мостай Кәримдең әҙәби мираҫы, шәхси альбомдарҙан уның уникаль фотолары менән таныштырҙы. Мәҙәниәт һарайының ижади коллективы ла ситтә ҡалманы, тамашасыларға уның әҫәрҙәренән өҙөктәр тәҡдим итте», — тип хәбәр итте район мәҙәниәт һарайы директоры Татьяна Хәбибуллина.

http://www.bashinform.ru/news/1225811-vpervye-na-stsene-teatra-ozhil-obraz-narodnogo-poeta-bashkortostana-mustaya-karima/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть