Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт ҡурайы тәүгә Кубанда яңғыраны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Г. Пономаренко исемендәге Краснодар филармонияһында «Кубань хөрмәтенә, Рәсәй мәнфәғәтенә!» концерты уҙҙы. Ул Рәсәйҙә иң яҡшы оркестрҙарҙың береһе, «Кубань виртуоздары» дәүләт концерт рус халыҡ оркестрының 25 йыллығына арналды. Юбилей концерты илдең төрлө төбәктәренән һәм ҡалаларынан – Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Өфөнән, Симферополдән, Майкоптан, Белгородтан, Петрозаводскиҙан, Элистанан, шулай Көньяҡ Кореянан һәм Япониянан танылған сәнғәт оҫталарын йыйҙы.

Концертта башҡорт көйө лә яңғыраны. Юбилей сараһын ойоштороусылар солист һәм дирижер сифатында Өфөнән күренекле музыкант, Башҡортостан Халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын ойоштороусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, республиканың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллинды саҡырҙы. Ул ҡурайҙа Морат Әхмәтовтың күренекле «Урал иртәһе» әҫәрен башҡарҙы, шулай уҡ «Кубань виртуоздары» оркестры менән дирижерлыҡ итте. Ошо оркестр менән тәүгә башҡорт авторының әҫәре яңғыраны, ул концертта булғандарҙың бөтәһе өсөн дә асыш булды.

«Беҙҙең башҡорт ҡурайы тәүгә Кубанда яңғыраны. Бөйөк музыка, башҡорт халыҡ ҡоралы көйө бер кемде лә битараф ҡалдырманы, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәмил Ғәйзуллин. — Быға тиклем миңә бөтә тиерлек рус халыҡ ҡоралдары оркестрҙары менән хеҙмәттәшлек итеү бәхете тейҙе, әммә «Кубань виртуоздары» менән тәүгә сығыш яһаным. Инде нисәнсе тапҡыр моңдоң халыҡтарҙы яҡынлаштырыуына инандым, ул сик белмәй».

http://www.bashinform.ru/news/1225719-bashkirskiy-kuray-vpervye-prozvuchal-na-kubani/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть