Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Ҡырымда өс көнлөк матәм иғлан ителгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ҡырымда Керчтағы фажиғә менән бәйле өс көнлөк матәм иғлан ителгән. «Крыминформ» порталы мәғлүмәттәре буйынса, урындағы политехник колледжындағы шартлау һәм атыш һөҙөмтәһендә 19 кеше һәләк булған һәм яҡынса 50 яраланған, ул күбеһенсә уҡыусылар. 4-се курс студенты Владислав Росляков бергә уҡыған уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ҡарата ут асҡан, теракттан һуң үҙ-үҙен үлтергән. Үлтереү тураһында енәйәт эше асылған. Тикшереү бара. Әлегә билдәле булған мәғлүмәттәр буйынса, студенттың, ҡоралдар һәм оҡшаш ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуынан тыш, сәбәбе булмаған.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым Башлығы Сергей Аксёновҡа, Керчтағы политехник колледжында булған фажиғә менән бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдереп, телеграмма ебәрҙе.

«Ҡот осҡос фажиғә тураһында хәбәр республика халҡының йөрәген һыҙлатты. Беҙ туғандаш Ҡырым халҡы менән бергә ҡайғы кисерәбеҙ. Һәләк булғандарҙың туғандарына һәм яҡындарына сабырлыҡ һәм рух ныҡлығы», – тиелә телеграммала.

http://www.bashinform.ru/news/1225807-v-krymu-obyavlen-trekhdnevnyy-traur/

Теги: Ҡырым, Керчь
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть