Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың, телевизор ҡараусыларҙың һәм блогерҙарҙың башланғыстарына аҡса бүлә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/.

2019 йылда Башҡортостанда һынау режимында тағы ла биш инициативалы бюджетлау проекты башлана, тип һөйләнеләр «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының — --Граждандарҙың башланғыстарын өйрәнеү үҙәгенең матбуғат хеҙмәтендә.

— Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға үҙаллы ғариза биреү, документация әҙерләү, фекерҙәр йыйыу һәм төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса граждандар йыйылышын үткәреү өсөн аҡса бүлеү

— Ауылда үҙҙәренең проекттары менән таныштырған реалити-шоу ойоштороу. Тамашасылар оҡшағаны өсөн тауыш бирергә тейеш. Еңеүсегә үҙенең проекты өсөн аҡса бирелә

— Тораҡ пункттарға халыҡтың теләгенә ҡарап коммуналь техника һатып алыу

— Уҡыусылар тәҡдим иткән төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеү буйынса проекттарға аҡса бүлеү

— Проекттарҙы күрһәтеү һәм тауыш биреү өсөн интернет ресурстарҙы файҙаланыу ҡаралған.

Әле Башҡортостанда ике инициативалы бюджетлау проекты тулы ҡеүәтенә эшләй: «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы» һәм «Реаль эштәр». Пилот режимында — тағы ла өсәү: «Башҡорт ихаталары», «Беҙҙең ауыл» һәм «Ҡулланыусылар кооперативтары.

Программалар һәм уларҙа ҡатнашыу шарттары хаҡында тулыраҡ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының «Как жителям Башкирии получить миллион из бюджета на красивую жизнь» махсус проектында уҡығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1225531-bashkiriya-vydelit-dengi-na-initsiativy-nko-telezriteley-i-blogerov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть