Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Радий Хәбиров Игорь Сечин менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Башнефть» предприятиеларына тәүге эш сәфәренән һуң «Роснефть» нефть компанияһының баш башҡарма директоры Игорь Сечин менән осрашты. Корпорацияның Мәғлүмәт сәйәсәте идаралығы хәбәр итеүенсә, яҡтар компанияның төбәктәге производство эшмәкәрлеге менән бәйле байтаҡ һорауҙарҙы тикшерҙе, шулай уҡ уның республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индереүен билдәләне.

Башҡортостан тауар етештереүселәренең хеҙмәттәр һәм тауарҙар һатып алыу буйынса «Роснефть» предприятиелары тендерҙарында ҡатнашыуы,  «Башнефть» предприятиелары өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре күтәрелде. Игорь Сечин Радий Хәбиров менән хеҙмәттәшлек тураһында ғәмәлдәге килешеүҙең үтәлешен һәм уны үҫтереү мөмкинлеген тикшерҙе.

Белешмә. «Роснефть» нефть компанияһы һәм Башҡортостан Республикаһының хеҙмәттәшлек тураһында килешеүе 2017 йылдан ғәмәлдә. Документ яҡтарҙың төбәктең комплекслы үҫешенә булышлыҡ иткән сәнәғәт, финанс, социаль программаларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Килешеүҙе ғәмәлгә ашырыу барышында яҡтар төрлө йүнәлештәр буйынса, шул иҫәптән мәҙәниәт һәм экология өлкәһендәге  хеҙмәттәшлекте уңышлы үҫтерә. Төп тәбиғәтте һаҡлау объектын — «Башнефть — Өфөнефтехим» биологик таҙартыу ҡоролмалары комплексын файҙалана башлау һәм майҙаны яҡынса 10 мең квадрат метрлыҡ «Туймазы-Арена» универсаль спорт боҙ комплексын төҙөүҙе тамамлау компанияның һәм Башҡортостан Республикаһының уңышлы хеҙмәттәшлек итеүенә сағыу миҫал булып тора.

http://www.bashinform.ru/news/1225591-radiy-khabirov-vstretilsya-s-igorem-sechinym/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть