Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһына асыҡ тыңлауҙар инициаторҙары даирәһен киңәйтергә тәҡдим итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Дәүләт Думаһы Башҡортостан парламенты тәҡдим иткән «Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» федераль закондың 28-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль законды ҡабул итте. Закон контракт буйынса эшләгән урындағы хакимиәт башлыҡтарына асыҡ тыңлауҙар уҙғарыу тәҡдимен индереү хоҡуғын бирә.

«Ғәмәлдәге ҡануниәттә халыҡтың, вәкәләтле органдың йәки муниципаль берәмек башлығының муниципаль хоҡуҡи акттар проекттарын тикшереү өсөн асыҡ тыңлауҙар башланғысы менән сығыш яһай алыуы ҡаралған, — тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — Башҡортостан һәм башҡа ҡайһы бер төбәктәр өсөн ошондай урындағы үҙидара системаһы хас: муниципалитет башлығы вәкәләтле органдың етәксеһе булып тора, ә ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары контракт буйынса тәғәйенләнә һәм муниципаль берәмектәрҙең башлыҡтары булып тормай. Практикала тап улар муниципалитеттар менән идара итеүҙе ойоштора һәм халыҡ менән үҙ-ара эш итә. Шулай итеп, муниципалитет етәксеһе унда асыҡ тыңлауҙар башланғысын индереү хоҡуғынан мәхрүм. Беҙ Дәүләт Думаһына ошо хоҡуҡи коллизияны бөтөрөүгә йүнәлтелгән закон проектын индерҙек, һәм беҙҙең башланғыс хуплау тапты».

Республика Дәүләт Йыйылышы закон проектын Дәүләт Думаһына уҙған йылдың декабрендә индергәйне. Башҡортостан парламенты башланғысы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең һәм Дәүләт Думаһының Федератив ҡоролош һәм урындағы үҙидара мәсьәләләре комитетының ыңғай баһаһын алды. Быйыл апрелдә закон проекты — тәүге, октябрҙә икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде. Әлеге ваҡытта ҡабул ителгән закон үҙ көсөнә инмәгән әле. Уның тексы Федерация Советына ебәрелгән. Рәсәй парламентының юғары палатаһы хуплаған осраҡта, закон ҡул ҡуйыу өсөн дәүләт башлығына тапшырыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1225392-gosduma-podderzhala-initsiativu-parlamenta-bashkirii-o-provedenii-publichnykh-slushaniy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть