Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Йатаған Мөслим» төркөмө — Мәскәүҙә Ҡөрьән уҡыусылар конкурсының махсус ҡунағы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Йатаған Мөслим» башҡорт этно-төркөмөн XIX Халыҡ-ара Ҡөрьән уҡыусылар конкурсына саҡырҙылар.

Сара 21 октябрҙә Мәскәүҙә, Рәсәйҙең ҙур залдарының береһендә — Крокус Сити Холда уҙа. Конкурсҡа 30-ҙан ашыу илдән көслө хафиздар килә.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллективы конкурс барышында ойошторолған «Ҡөрьән байрамы» концерт-спектаклендә махсус ҡунаҡ сифатында сығыш яһай. «Йатаған Мөслим» аутентик милли уйын ҡоралдарында дини көйҙәр уйнай.

«Бындай саралар — бөтә мосолман донъяһы алдында халҡыбыҙҙың рухи мәҙәниәтен күрһәтеү өсөн шәп урын. Коллектив репетиция үткәрҙе, программа ла төҙөнө», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Йатаған Мөслим» этно-проекты лидеры Илдар Шакиров.

Ҡөрьән уҡыусылар конкурсын ойоштороусылар — Рәсәйҙең Мөфтөйҙәр советы, Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты. Сара йыл һайын уҙғарыла һәм ете меңлек зал йыя.

Тамашасыларҙы «Йатаған Мөслим» проекты менән Өфөлә 2018 йылдың 4 июнендә таныштырҙылар. Музыканттар «Рамаҙан нуры» дини программаһын тәҡдим итте.

http://www.bashinform.ru/news/1225382-bashkirskaya-gruppa-yatagan-muslim-spetsialnyy-gost-konkursa-chtetsov-korana-v-moskve/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть