Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә тәүгә «Хыялымдағы цирк» халыҡ-ара балалар цирк сәнғәте конкурсы уҙа

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә тәүгә «Хыялымдағы цирк» халыҡ-ара балалар цирк сәнғәте конкурсы уҙа. Конкурс 21 октябрҙә Йәштәр һарайында була.

Конкурстан төрлө йәш төркөмдәренән 5-17 йәштәге балалар ҡатнаша. Конкурста ҡатнашыуға, шул иҫәптән Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Украинанан, Израилдән, Ҡытайҙан, шулай уҡ Рәсәй ҡалаларынан – Мәскәүҙән, Яр Саллынан, Екатеринбургтан, Кемерованан, Вологданан һәм республика ҡалаларынан 80-дән ашыу ғариза килгән, тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Конкурс номинациялары араһында — акробатика, һауа гимнастикаһы, эквилибристика, жонгляж, клоунада, иллюзия һәм үҙенсәлекле (брейк-данс, пилонда акробатика, футбол фристайлы, пантомима) жанрҙар.

«Хыялымдағы цирк» конкурсында профессиональ жюри – Рәсәйҙең халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, профессиональ акробаттар һәм хореографтар ҡатнаша.

  

«Маҡсатыбыҙ – цирк сәнғәте менән мауығыусы төрлө йәштәге балалар араһында таланттарҙы эҙләү. Төрлө илдән балаларға бер-береһе менән аралашыу, дуҫлашыу һәм аңлашыу мөмкинлеге, шулай уҡ үҙ оҫталығын күрһәтеү һәм профессиональ цирк артисы булыу телегән тормошҡа ашырыуға мөмкинселеге биреү», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығы ойоштороусы, «Ҡояшлы әйлән-бәйлән» продюсерлыҡ үҙәге генераль директоры Виталий Лебедьков.

Бәйгеселәрҙе теркәү 21 октябрҙә Октябрҙең 50 йыллығы урамы буйынса урынлашҡан 21-се йортта – Йәштәр һарайы фойеһында иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1225339-v-ufe-vpervye-proydet-mezhdunarodnyy-detskiy-konkurs-tsirkovogo-iskusstva-tsirk-moey-mechty/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть