Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған балаға иң ҙур пособие – Башҡортостанда

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

  Башҡортостан уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған балаға бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнгән илдең күп булмаған төбәктәренең береһе булып тора, тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт министрлығында.

Уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған балаға бер тапҡыр бирелә торған пособиены республикала йәшәүселәр 2011 йылдан ала.

Был түләү федераль әсәлек капиталы алмашы булып тора һәм тәрбиәгә алған ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн индерелгән. Пособие уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған һәр балаға федераль әсәлек капиталы күләмендә билдәләнә һәм хәҙер 453 мең һумдан артып киткән. Уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа инвалид бала алғанда пособие күләме 100 мең һумға арттырыла.

«2011 йылдан был түләүҙе 1519 баланы уллыҡҡа һәм ҡыҙлыҡҡа алған Башҡортостанда йәшәүсе 1330 кеше алды, — тип хәбәр итте Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Өҫтәүенә, Башҡортостан уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа бала алған ғаиләләргә республика бюджеты иҫәбенә өҫтәмә дәүләт ярҙам буйынса йөкләмәләр ҡаралған Рәсәйҙең күп булмаған субъекттарының береһе булып тора. Федераль әсәлек капиталы суммаһына тиң республикабыҙҙағы түләү иң ҙуры булып һанала».

Кузьменко һүҙҙәренсә, оҡшаш түләү Сыуашстанда бар, унда йәшәүселәрҙең бер тапҡыр түләнә торған 300 мең һумға хоҡуғы бар. Краснодар крайында уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алғандан өс йылдан һуң 300 мең һәм инвалид балаға 500 мең һум түләнә. Пермь крайында бындай түләү күләме – 100 мең һум, Алтай крайында – 20 мең һум, Тула өлкәһендә 11 мең һум тәшкил итә.

Ошо аҡсалата пособие менән файҙаланыу өсөн тәҡдим ителгән варианттар иҫәбендә – уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыусы ғаиләнең тормош шарттарын яҡшыртыу; уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған баланы дауалау, шифахана-курорт сәләмәтләндереү һәм уҡытыу.

Башҡортостанда уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыусы ғаиләнең тормош шарттарын яҡшыртыу иң һорау менән ҡулланған йүнәлеш булып тора. Аҡсаның 99% күберәген ғариза яҙыусылар нәҡ ошо өлкәгә йүнәлтә, тип өҫтәнеләр Хеҙмәт министрлығында.

http://www.bashinform.ru/news/1225390-v-bashkirii-samoe-bolshoe-posobie-v-rossii-na-usynovlennogo-rebenka/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть