Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала сауҙа комплексынан 500 кеше эвакуацияланған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Кисә Өфөләге Пархоменко урамында урынлашҡан «Йәй» күп функциялы комплексында автоматик янғын сигнализацияһы эшләй башлаған. Инструкцияға ярашлы, объект хакимиәте эвакуациялау тураһында ҡарар ҡабул иткән. Бинанан 500-ләп кеше эвакуацияланған.

Сигналды тикшереү өсөн урынға Өфө янғын-ҡотҡарыу гарнизонының янғын һүндереү төркөмө килгән. Бинаны тикшергән саҡта яныу билдәләре табылмаған. Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сигнал ялған булып сыҡҡан.

Һуңғараҡ автоматик янғын сигнализацияһының яңылыш эшләй башлауы һөҙөмтәһендә төтөндө һурҙырып алыу системаһының тоҡаныуы һәм түшәмдең емерелеүе асыҡланған. Емерелгән конструкцияның бер өлөшө 1979 йылғы ҡатынды йәрәхәтләгән. Ул 22-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатылған.

Зыян күргән ҡатындың «Йәй» күп функциялы комплексында урынлашҡан ойошмаларҙың береһендә эшләүе билдәле.

http://www.bashinform.ru/news/1225255-v-ufe-iz-torgovogo-kompleksa-evakuirovano-500-chelovek/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть